

Ял ваҡытында, унан алдараҡ республиканың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләй, күпләп тикшереүҙәр үткәрә.
Был осорҙа юлдағы хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы, ҡаланан сыҡҡан автомобилселәрҙең артыуы сәбәпле, тығындар көсәйә.
Айырыуса проблемалы участкаларҙа транспорт менән бәйле хәлде яйға һалыу өсөн Юл-патруль хеҙмәтенең өҫтәмә нарядтары ҡуйыла. Төбәктең дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһынан да руль артына спиртлы эсемлектәр эсеп ултырмауҙы, был талапҡа вайымһыҙ ҡарамауҙы һорай. Шулай уҡ иҫерек водителдәр хаҡында ваҡытында хәбәр итеү мөһимлеген еткерәләр. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эскән килеш руль артына ултырғандар траһындағы мәғлүмәткә оператив рәүештә яуап биреп, кешеләрҙең именлеген һаҡлау өсөн ашығыс саралар күрәсәк.
Фото: республика ЮХХДИ-һы.