

22 июлдә көслө ел, ҡойон республикалағы 11 райондың 18 ауыл биләмәһендәге электр үткәргестәр линияларына, унлаған торлаҡ йортҡа, сауҙа объекттарына, торлаҡ булмаған биналарға зыян килтерҙе.
Иглин районында мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының, торлаҡ йорттарҙың ҡыйыҡтарын осорҙо. “Бер нисә урам йығылған ағастар менән тулды, электр үткәргес линиялары өҙөлдө. Районда оператив рәүештә авария бригадалары ойошторолдо, улар юлдарҙы таҙарта”, - тип белдерҙе Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.
Республиканың Дәүләт Думаһы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова Иглин районындағы ғәрәсәттән зыян күргән кешеләр менән осрашты. Уның әйтеүенсә, яуаплы структуралар тиҙ эшләгән. “Тәбиғәт көйһөҙлөктәренән зыян күргән йорттарҙы ҡараныҡ. Шәхси секторҙа ғәрәсәт унлаған өйгә ҡағылған, йөҙләгән ғаилә утһыҙ ҡалған. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса мобиль бригада тәнәфесһеҙ эшләй. Электр үткәргестәр тергеҙелә. Күп ауыл биләмәләрендә ут бар. Яҡын көндәрҙә электр энергияһы менән тәьмин итеү тулыһынса тергеҙеләсәк”, - тине ул.
Тәбиғәт көйһөҙлөктәре ваҡытында Һарт-Лабау ауылындағы ике йорт зыян күргән. Уларҙың береһенең хужаһы – Зәбир Ҡасбуллин. Уның социаль статусы – “Һуғыш осоро балаһы”. Зәбир Ҡасбуллиндың ҡыҙы Ләйсән: “Мин Өфөлә йәшәйем, атайымды байрамдар ваҡытында үҙемә алып торғайным. Кисә күршеләр йорт ҡыйығының осоуы хаҡында шылтыратып әйтте. Беҙ бында килгәс, күршеләр, башҡа кешеләр ер участкаһындағы емерек ҡалдыҡтарын алырға ярҙам итте. Хәҙер йортто тергеҙергә кәрәк”, - ти ул. Икенсе зыян күргән ғаилә күп балалы. Тәбиғәт ғәрәсәте уларҙың төҙөлөп барған яңы йортона зыян килтергән.
Фото: Иглин районы хакимиәте.