Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Июль 2021, 21:00

Улы күреп торған...

Йәшен йәш ҡатындың ғүмерен өҙгән, тип хәбәр иткәйнек. Был фажиғәле хәл тураһында ниҙәр билдәле булды?

Улы күреп торған...
Улы күреп торған...

22 июлдә республикала булған дауыл тураһында хәбәр иткәйнек. Ел килтергән емереклектәрҙән тыш, йәшен йәш ҡатындың ғүмерен өҙҙө. Был фажиғә Стәрлетамаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында теркәлде. Стәрле йылғаһы янында йөрөгән 38 йәшлек ҡатын йәшен һуғыуҙан урында йән биргән.

“Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, был хәлде Тәфтиш комитеты тикшерә. Яҙыуҙарынса, ул көн ҡатын тыуған ауылына ата-әсәһе янына ҡунаҡҡа килгән. Үҫмер улы менән мал көтөргә сыҡҡан булған. Ҡапыл башланған ҡойма ямғырҙан йәшенер өсөн йәш ҡатын яңғыҙ ағас төбөнә барып баҫа. Шул ваҡыт яңғыҙ ағасты йәшен һуға һәм уның аҫтында торған кешегә лә эләгә. Фажиғә баланың күҙ алдында була. Ул ниндәйҙер мөғжизә менән зыян күрмәй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала быйыл бындай осраҡ икенсегә ҡабатлана. Үткән айҙа Ауырғазы районында 53 йәшлек ҡатынды йәшен һуғып үлтергәйне.

Йәшен ҡорбаны булмау өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:

- Асыҡ урында һәм һыу буйында ҡалырға тырышмағыҙ. 

- Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион рәүешен алығыҙ, аяҡтар бергә булһын.

- Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ – кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрегеҙҙе бер нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ.

- Ағас төбөндә тормағыҙ. Уның янынан ике-өс метрҙан алыҫыраҡҡа китеп тороу хәйерле. 

- Ҡулсатыр аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙҙа ҡармаҡ, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ булмаһын, сөнки был әйберҙәр йәшенде үҙенә тарта. 

- Кеҫә телефонынан һөйләшмәгеҙ, бөтөнләй һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшенде үҙенә йәлеп итеүе ихтимал.

- Электр үткәргестәргә, йәшенде кире ҡағыусы ҡоролмаларға, антеннаға яҡын тормағыҙ. 

- Өйҙә булһағыҙ, телевизор, радио, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрә эргәһендә тормағыҙ. Мейескә ут яҡмағыҙ.

- Йәшенле ямғыр үтеп киткәнен туҡтап торған машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин. Транспорт сараһы эсенә йәшен үтеп инмәй, тик тәҙрәләрҙе ябырға, радиоалдырғыстың антеннаһын төшөрөргә кәрәк.

Фото: Твиттер. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: