Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Июль 2021, 15:40

Кешеләр ҡош кеүек осмай шул...

Бөгөн Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы күгендә фажиғәле хәл теркәлде.

Кешеләр ҡош кеүек осмай шул...
Кешеләр ҡош кеүек осмай шул...

Бөгөн иртән Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы күгендә фажиғәле хәл теркәлде. Ауылдан биш километр алыҫлыҡтағы Күмәс тауынан дельтапланеристар йыш оса. Был урын әлеге спорт төрө өсөн ҡулай: асыҡ ялан, ел йүнәлеше менән ылыҡтыра.

Тик бөгөн Екатеринбургтан килгән 50 йәшлек ир өсөн осоу һәләкәт менән тамамланды. Дельтапланерист бейеклектән ҡолай. “Ашығыс ярҙам” күрһәткән медиктар йәрәхәттәрҙең ауыр булыуын билдәләй. Ҡолап төшкәндән һуң бер килке ваҡыт үткәс, ир кеше табиптар ҡулында йән бирә.

Әлеге мәлдә ваҡиға урынында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре, район хакимиәте вкилдәре, медиктар эшләй. Фажиғәнең сәбәбе асыҡлана.

Осоуҙар бөгөнгә туҡтатылған.

 

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: