Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июль 2021, 16:30

Бала 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән

Фажиғә булыр алдынан ул өйҙә бер йәшлек һеңлеһе һәм ете йәшлек ағаһы менән булған. Ә әсәйҙәре...

Бала 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән
Бала 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән

Йәйге осорҙа асылмалы тәҙрәләр хәүеф сығанағы булыуҙан туҡтамай.

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бер йорттоң 9-сы ҡатындағы фатиры тәҙрәһенән ҡолап төшөп, бала һәләк булған. Асыҡланыуынса, фажиғә булыр алдынан өйҙә ул бер йәшлек һеңлеһе һәм ете йәшлек ағаһы менән булған. Әсәйҙәре был ваҡытта кухняла төшкө аш әҙерләп йөрөгән. Иғтибарҙан бер мәлгә генә ситтә ҡалған дүрт йәшлек малай ултырғыс алып тәҙрә төбөнә менгән һәм москит сеткаһына таянып осоп төшкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала шунда уҡ һәләк булған. Әлеге ваҡытта фажиғә тикшерелә.

Фото: kvantum.com.ua

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: