Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июль 2021, 19:30

Баймаҡтар вакцина эшләтеп телевизор ота ала

Район хакимиәте "Прививка яһат һәм приз от!" исемле акция иғлан итә.

Баймаҡтар вакцина эшләтеп телевизор ота ала
Баймаҡтар вакцина эшләтеп телевизор ота ала

Баймаҡ районы хакимиәте үҙәк ҡала дауаханаһы менән берлектә яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында «Прививка яһат һәм приз от!» исемле акция иғлан итә.

Уның шарттарына ярашлы, вакцинаның беренсе компонентын ағымдағы йылдың 26 июленән 3 авгусына тиклем һалдырғандар араһында уйын уйнатыла.

Ошо осорҙа 18 йәштән өлкән прививка яһатыусыларға медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан һанлы купондар таратыласаҡ һәм улар 4 августа тура эфирҙа уйнатыласаҡ. Төп приз - “Econ EX-32HT006B" телевизоры, шулай уҡ башҡа иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән.

Фото: vk.com

Автор:Айгуль Идельбаева
Читайте нас: