Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июль 2021, 20:30

Бер туғандар бысаҡҡа талашып...

Ағалы-ҡустылы ирҙәр икеһе лә иҫерек була.

Бер туғандар бысаҡҡа талашып...
Бер туғандар бысаҡҡа талашып...

Республика ауылдарының береһендә аяныслы хәл теркәлде.

Бер туған ағалы-ҡустылы спиртлы эсемлектәр ҡулланып байрам итә. 38 йәшлеге 42 йәшлек ағаһына күптән түгел Интернет аша һатып алған һунар бысағын күрһәтеп маҡтанып алырға була. Ағаһының ҡоралды кире биргеһе килмәй. Ике бер туған араһында бының өсөн оло ғауға сыға. Һөҙөмтәлә ҡустыһы ағаһының күкрәгенә бысаҡ менән сәнсә. Шулай ҙа "Ашығыс ярҙам" саҡырта.

Ҡусты кешегә ҡарата енәйәт эше асыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелек сәбәпле хатта бер туғандар араһында ошондай аяныслы хәлдәр булып тора. "Йәшел йылан" ингән ерҙә ҡасан яҡшы булғаны бар?

Фото: nationalreview.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: