Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июль 2021, 13:30

"Быға юл ҡуйған етәкселәр эштән бушатылырға тейеш"

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, республикалағы бер балалар лагерында ковид йоҡтороуҙың 46 осрағы теркәлгән.

"Быға юл ҡуйған етәкселәр эштән бушатылырға тейеш"
"Быға юл ҡуйған етәкселәр эштән бушатылырға тейеш"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, Башҡортостан ковид менән сирлеләр һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 81-82-се урындарҙы биләй. Әле 73 кеше ауыр хәлдә, шуларҙың 15-е интенсив терапияла. Ауырыуҙар өсөн койка фонды ла, дарыуҙар ҙа етерлек. Ошо көндәрҙә республикаға “Спутник Лайт” прививкаһы килә башлаған. 26 июлгә ҡарата республикаға коронавирустан 1 миллион 31 мең 80 доза вакцина тапшырылған.

Тәүге компонентты - 873 140, тулыһынса 577 954 кеше яһатҡан. 60 йәштән өлкәндәр араһында 179393 кеше прививканың икеһен дә яһатҡан.

Башҡортостанда 185 вакцинация пункты эшләй.

Кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостандағы идаралығы начальнигы Анна Казак республикалағы бер балалар лагерында ковид йоҡтороуҙың 46 осрағы теркәлеүе тураһында һөйләне. Әле был учреждение ябылған.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына кисекмәҫтән эш төркөмө төҙөп, “Роспотребнадзор” белгестәре менән бергә йәйге ял лагерҙарын тикшереп сығырға ҡушты.

- Хәлгә анализ яһарға кәрәк. Лагерҙа сирҙең таралыуына юл ҡуйған етәкселәргә килгәндә, улар эштән бушатылырға тейеш. Улар беҙгә юлдаш түгел. Бындай башбаштаҡлыҡ сәбәпле балаларҙың ялдан мәхрүм булыуы бар, – тине Радий Хәбиров.

Фото: bashinform.ru

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: