Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июль 2021, 13:00

Әлегә сикләүҙәр индерелмәй

Дөйөм туҡланыу учреждениеларында бындай сикләүҙе ғәмәлгә индереү өсөн нигеҙ юҡ.

Әлегә сикләүҙәр индерелмәй
Әлегә сикләүҙәр индерелмәй

Башҡортостанда ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш ойошмаларына вакцинация, прививка яһатыуҙың тыйылыуы йәки ПЦР-тестың сирләмәүҙе күрһәтеүе тураһындағы белешмә ҡағыҙы булғандарҙы ғына индереү талабы әлегә ғәмәлгә индерелмәй.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ошондай ҡарарға килделәр.

"Әлегә дөйөм туҡланыу учреждениеларында бындай сикләүҙе ғәмәлгә индереү өсөн нигеҙ юҡ”, – тине “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостандағы идаралығы начальнигы Анна Казак.

– Бындай сараларҙы ҡулланмай торабыҙ. Ләкин хәл киҫкенләшһә, ә бының булыуы ихтимал, беҙ мәсьәләгә әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Әле иһә әүәлге тәртиптә эшләйбеҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: veramed.spb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: