Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июль 2021, 21:00

Йәш ҡатын табылған, тик...

Батҡан ҡатындың кемлеге билдәле. Шулай уҡ уның кейемдә булғанын билдәләйҙәр.

Йәш ҡатын табылған, тик...
Йәш ҡатын табылған, тик...

Кисә ҡотҡарыусылар эҙләүгә бирелгән 31 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен Йылы күленән тапҡан. Был турала Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ул һыу төбөндә алты метр тәрәнлектә һәм ярҙан 20 метр алыҫлыҡта табылған. Ҡотҡарыусылар йәш ҡатындың кейемдә булыуын билдәләй.

Һуңғы тапҡыр йәш ҡатынды Өфөнөң Йылы күле эргәһендә 23 июль кис күргәндәр, ә 24-е уның юғалыуы тураһында белдергәндәр. Эҙләүҙә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡатнашҡан. Хәҙер асыҡланыуынса, ул 31 йәшлек Эльвира Рәхимова (Быстрова) булып сыҡҡан. 

Йәш кешене үлемгә еткергән хәл-сәбәптәр тикшерелә.

Фото: wallhere.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: