Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Июль 2021, 10:00

Һаҙлыҡтан йолоп алып ҡалғандар

Өфө эргәһендә ир һаҙлыҡҡа бата яҙған. Ҡотҡарыусыларға Дим районында һаҙлы ерҙән бер кешенең үҙаллы сыға алмауы тураһында хәбәр килә һәм...

Һаҙлыҡтан йолоп алып ҡалғандар
Һаҙлыҡтан йолоп алып ҡалғандар

Өфө эргәһендә ир саҡ һаҙлыҡҡа батмай ҡалған. Дим районында һаҙлы ерҙән бер кешенең үҙаллы сыға алмауы тураһындағы хәбәр ҡотҡарыусыларға кисә кис килә. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә был ваҡиғаға шаһит булыусылар мөрәжәғәт итә. Ярҙамға БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ашыға. Улар 1981 йылғы ирҙе һаҙлыҡтан сығарып, "Ашығыс ярҙам" бригадаһына тапшыра.

Был осраҡта зыян күреүсе битараф булмаған кешеләр арҡаһында ғына иҫән ҡала, сөнки бер нисә минутҡа һуңлағанда ла уның һыу төбөнә китеү ихтималлығы ҙур ине, ти ҡотҡарыусылар.

"Һаҙ үләне үҫкән йәшерен, төбө күренмәгән күлдәр ҙур хәүеф тыуҙыра. Үлән аҫтында батҡаҡ булыуы, уның төпкә һөйрәүе ихтимал. Һаҙлы урындарҙа аяҡты ипләп кенә шыуҙырып, төпһәләргә, үҫемлек тамырҙарына баҫыу мөһим. Бындай урындарҙа ғауғаға бирелмәҫкә, ҡырҡа хәрәкәттәр яһамаҫҡа, ҡабаланмаҫҡа кәрәк", - тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

Ә инде иң ябай кәңәш - ундай урындарҙы урап үтергә тырышырға кәрәк. 

Фото: kartinkin.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: