Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Июль 2021, 21:30

Оло кеше аңына килә алмаған...

Ишембайҙан - ауыр хәбәр: Кинйәбулат - Үрге Этҡол юлында үлемесле авария булған. 

Оло кеше аңына килә алмаған...
Оло кеше аңына килә алмаған...

26 июлдә Ишембай районында үлемесле авария булғаны хаҡында хәбәр итә Башҡортостан буйынса ЮХХДИ. Фажиғәле хәлде тикшереү башланған.

Юл һәләкәте Кинйәбулат - Үрге Этҡол юлының икенсе километрында киске сәғәт 7-ләрҙә булған. "ВАЗ-2107" автомобиле (рулдә - 62 йәшлек водитель) юлдан ситкә сығып түңкәрелгән.

Авария һөҙөмтәһе аяныслы: ирҙе реанимацияға һалғандар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул аңына ла килә алмай йән биргән. Янындағы 67 йәшлек пассажир ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән урындағы дауаханаға илтелгән.

ЮХХДИ йәнә иҫкәртә: юлдарҙа иғтибарлы, һаҡ булығыҙ, тейешле тиҙлекте һаҡлағыҙ! Шул уҡ ваҡытта, әгәр үҙегеҙҙе наса тояһығыҙ, ауырып тораһығыҙ икән, сәфәргә сыҡмауығыҙ һорала.

Фото: gorobzor.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: