Республикала 82 йәшлек скутер водителе аварияла һәләк булған. Фажиғә Өфө районының Чесноковка ауылында теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, өлкән йәштәге ир “Priboy” скутеры руле артында барғанда боролошта ҡаршыға килгән “Toyota Camry” автомобиле менән бәрелешә. “Һөҙөмтәлә водитель авария урынында йән биргән”, – тип хәбәр итә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре. Скутер водителенең танытмаһы булмауы асыҡланған. Фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау дауам итә.
Үткән тәүлектә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлде. Унда бер кеше һәләк булды һәм ете пассажир йәрәхәттәр алды. Барығыҙға ла имен юлдар насип итһен. Водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүен, иғтибарлы булыуын, руль артына эскән килеш ултырмауҙарын теләйбеҙ.
Фото: ЮХХДИ.