Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Июль 2021, 15:00

Ниндәй талаптар үҙгәрә?

Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Ниндәй талаптар үҙгәрә?
Ниндәй талаптар үҙгәрә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, дөйөм туҡланыу урындарына, театрҙарға, кинозалдарға, мәҙәниәт һарайҙарына, матурлыҡ, массаж салондарына, солярийҙарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, бассейндарға, фитнес клубтарына, шифахана-курорт ойошмаларына вакцинация йәки ПЦР тестың кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмә ҡағыҙы менән генә индереү, шулай уҡ ошо ҡағыҙҙар менән генә студент дөйөм ятаҡтарына урынлаштырыу, “Орлан” ҡала яны поезына ултыртыу талабы ғәмәлдән сығарыла.

Шул уҡ ваҡытта музейҙарға, төнгө клубтарға барғанда, бина эсендә күмәк физкультура һәм спорт саралары үткәргәндә бындай талап һаҡлана.

3 августан медицина ойошмаларына планған ярашлы һалғанда пацинеттарға ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһында мәғлүмәт бирергә тәҡдим ителә.

500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан күмәк саралар (мәҙәниәт һәм мәғариф ойошмаларында уҙғарылғандарҙан тыш) Башҡортостандың Баш дәүләт санитария табибы менән килешеп кенә үткәреләсәк. Бындай талап шулай уҡ Премьер-лига клубтары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионаты, Континенталь хоккей лигаһы, профессиональ спорт командалары араһында Рәсәй чемпионаттары матчтарына, башҡа рәсми ярыштарға һәм спорт сараларына ҡағыла.

 

 

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143676.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143676.html

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: