Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Июль 2021, 10:00

Ете ир аңын юғалтҡан...

Уларҙы реанимация бүлексәһенә һалғандар. Баҡтиһәң...

Ете ир аңын юғалтҡан...
Ете ир аңын юғалтҡан...

Салауат ҡалаһы буйынса Тәфтиш бүлеге ете ирҙең билдәһеҙ матдә менән ағыуланыуы факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡала дауаханаһына Калинин урамындағы йорт янында иҫен юғалтҡан ете кешенең ятыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Уларҙы реанимация бүлексәһенә ағыуланыу билдәләре менән һалғандар.

“Хәҙер улар аңына килгән, хәлдәре уртаса ҡатмарлыҡта, даими медицина ярҙамына мохтаждар. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ете ирҙән торған төркөм билдәһеҙ шыйыҡсаны эскән. Йәштәре 36 йәштән 60-ҡа тиклем,” - тип аңлатма бирә  ведомство.  Ваҡиға урынында оператив саралар үткәрелгән, эсемлек тикшерелә, шаһиттарҙан һорау алына, ағыуланыуға килтергән сәбәптәр  һәм шарттар асыҡлана.

Сифаты шикле, хаҡы арзан, йәшерен юл менән һатылған эсемлектәр бихисап кешенең ғүмерен ҡыя. Һаҡ булығыҙ, тип өндәшкебеҙ килә. Бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, һәр көндө файҙалы ғәмәлдәр менән генә үткәреп, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороп йәшәһәк ине. 

Фото: социаль селтәрҙән.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: