Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Июль 2021, 12:00

Настяның хәле нисек?

Көслө дауылда зыян күргән ҡыҙҙың хәле тураһында иң дөрөҫ мәғлүмәтте Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов “Бәйләнештә” селтәрендә даими еткереп тора.

Настяның хәле нисек?
Настяның хәле нисек?

Бынан бер нисә көн элек, Бишбүләк районының Бишбүләк ауылында көслө дауыл бер йорттоң ҡыйығын алып осорғанда, 14 йәшлек ҡыҙ зыян күргәйне. Шуныһы күңелде ҡыра, балаға ярҙам итеү урынына кемдәрҙер ялған хәбәр таратыуын дауам итә. Иң дөрөҫ мәғлүмәтте Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов “Бәйләнештә” селтәрендә даими еткереп тора.

“Настя буйынса һуңғы мәғлүмәтте еткерәм, – тип башлаған яҙмаһын Артур Мөхлис улы. – Ошо көндәрҙә Республика балалар клиник дауаханаһында уның әсәһе менән осраштым. Иң мөһиме, хәл торошо насар түгел, был күңелде йыуата. Рошалдең клиникаһы менән видео аша консультация алдыҡ. Табиптар әйтеүенсә, бөтә материалды өйрәнгәндәр, бөтәһен дә дөрөҫ эшләгәндәр. Хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен көтәбеҙ. Настяның әсәһе һәм табиптар Израиль белгестәре менән кәңәшләшергә уйлай, был турала докуменнт әҙерләгәндәр”.

Беҙ ҙә Настяның тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.

 

Фото: Артур Зариповтың “Бәйләнештә” селтәренән.   

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: