Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Июль 2021, 13:20

Теракт тураһында хәбәр ебәреүселәрҙе асыҡлайҙар

Бөгөн, 29 июлдә, республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан Өфөләге сауҙа үҙәктәре, магазиндар һәм мәғариф ойошмалары электрон почталарына мөмкин буласаҡ террор акты тураһындағы хаттар килеүе тураһындағы мәғлүмәт алынған.

Теракт тураһында хәбәр ебәреүселәрҙе асыҡлайҙар
Теракт тураһында хәбәр ебәреүселәрҙе асыҡлайҙар

Бөгөн, 29 июлдә, республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан Өфөләге сауҙа үҙәктәре, магазиндар һәм мәғариф ойошмалары электрон почталарына мөмкин буласаҡ террор акты тураһындағы хаттар килеүе хаҡында мәғлүмәт алынған.

“Тикшереүҙәрҙән һуң, террор актының реаль әҙерләнеүе хаҡындағы мәғлүмәттәр алынманы. Хәбәрҙәрҙе ебәреүҙе башҡарғандарҙы асыҡлау буйынса оператив-эҙләү саралары үткәрелә. Практика күрһәтеүенсә, бындай хәбәрҙәрҙең авторҙары Украина йәки Сүриә биләмәһендә була”, - тип хәбәр иткәндәр хоҡуҡ һаҡлау органдарында.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: