Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Июль 2021, 20:30

Төнгө фажиғә...

Ишембайҙан 22 йәшлек пассажир шул урында уҡ йән биргән. Водитель - реанимацияла.

Төнгө фажиғә...
Төнгө фажиғә...

Кушнаренко районында еңел автомобиль юлдан ситкә осоп ағасҡа бәрелгән. Һөҙөмтәлә пассажир һәләк булған.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кисә төндә Кушнаренко районында Мәскәү - Өфө юлының 1294-се километрында "Geely Emgrand" автомобилендәге 22 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе юлдан ситкә сығып, ағасҡа бәрелгән. Юл һәләкәтендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ишембайҙан 22 йәшлек пассажир шул урында уҡ йән биргән. Водителдең үҙен дауахананың реанимация бүлегенә һалғандар. Авария буйынса тикшереү башланған.

29 июлдә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлеп, унда бер кеше һәләк булған, унауһы төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек!

Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: