Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Июль 2021, 10:00

Ҡырҙан килеп, машина аҫтында ҡалған...

Үлемесле ваҡиға төн уртаһында Һамар - Өфө - Силәбе юлының 1531-се километрында теркәлгән.

Ҡырҙан килеп, машина аҫтында ҡалған...
Ҡырҙан килеп, машина аҫтында ҡалған...

Иглин районында 52 йәшлек йәйәүле йөк машинаһы аҫтында ҡалған.

Үлемесле ваҡиға төн уртаһында Һамар - Өфө - Силәбе юлының 1531-се километрында булған. Һәләк булған кеше - Ханты-Манси округынан.

"Мерседес Бенц Актрос" йөк машинаһының 53 йәшлек водителе юлды тәғәйенләнмәгән урындан сығып барған 52 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Ир ауыр йәрәхәттәрҙән "Ашығыс ярҙам" бригадаһы килеп еткәнсе үк йән биргән. Кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары булмауы тураһында белдерә шаһиттар.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Фото: 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: