Хәүефһеҙлек
1 Август 2021, 11:00

16 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар...

Ә 41 йәшлек ир "Ашығыс ярҙам" килгәнсе йән биргән... 

16 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар...16 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар...
16 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар...

Урау булһа ла, юл яҡшы, тип ҡайһылай дөрөҫ әйткән халыҡ. Ҡабаланып, тәғәйенләнмәгән урындан юлды аша сыҡҡанда ҡазаға тарыусылар, унан да яманырағы - һәләк булғандар тураһында көн дә ишетелеп тора. Тейешле ерҙән үткәндә лә алды-артты, уңды-һулды ныҡлап ҡарап сығып өйрәнергә кәрәк тә бит...

Бәләбәйҙә кисә төндә Интернациональ һәм Ленин урамдары киҫешкән ерҙә үлемесле авария булған. Был турала төбәк дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә. 36 йәшлек водитель идара иткән "Лада Ларгус" автомобиль юлын йәйәүлеләр үткәүеленә етмәй уҙып барған 16 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән. Ныҡ ҡына зыян күргән уҡыусыны дауаханаға алып киткәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бөгөн вафат булған. Авария буйынса тикшереү бара.

Йәйәүле ҡатнашлығында тағы бер юл һәләкәте Туймазы районында М5 "Урал" федераль трассаһында теркәлгән. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, Октябрьскийҙан 60 йәшлек водитель, "Suzuki Vitara" автомобилендә Өфө йүнәлешендә китеп барғанда, 41 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһен бәрҙерә. Ир юлды көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған булған. Зыян күреүсе "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте килгәнсе үк йән биргән. Кеше ғүмерен өҙөүгә килтергән был юл һәләкәте буйынса ла ентекле тикшереү эше үткәрелә.

Фото: ЮХХДИ.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас