Хәүефһеҙлек
2 Августа 2021, 13:30

Белорет ҡаяларында аҙашҡандар

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Белорет ҡаяларында аҙашҡандарБелорет ҡаяларында аҙашҡандар
Белорет ҡаяларында аҙашҡандар

Үткән ял көндәрендә Башҡортостан урмандарында ике кеше аҙашып, ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итергә тура килгән.

Беренсе юғалыу тураһындағы хәбәр 31 июлдә алынған. Унда Белорет районы ҡаяларында бер ҡатындың аҙашыуы тураһында билдәле була. Бәхеткә күрә, ул иҫән-һау табылған. Ҡатындың туристар төркөмөнән артта ҡалғанлығы асыҡлана.

1 августа ла ҡотҡарыусыларға ошоға оҡшаш мәғлүмәт килә. Шул уҡ тауҙарҙа 1987 йылғы ир аҙаша. Ярҙамға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ашыға. Бында ла эҙләү уңышлы тамамланды, турист табылған, тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: meropriyatiya-v.ru

Автор:Аклима Гизатуллина