Хәүефһеҙлек
4 Августа 2021, 07:00

Баймаҡ районында ҡурҡыныс янғын

41 һәм 38 йәшлек ҡатын менән ир һәләк булған. 

Баймаҡ районында ҡурҡыныс янғынБаймаҡ районында ҡурҡыныс янғын
Баймаҡ районында ҡурҡыныс янғын

Кисә төн менән Баймаҡ районында янғын сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ҡотҡарыусыларға 12 тула тигәндә райондың Икенсе Этҡол ауылында шәхси йорт яна тигән хәбәр килә. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр йүнәлтелә.

Ҡотҡарыусы хеҙмәттәр килеп еткән саҡта ағас йорттоң бөтә майҙаны  яныуы асыҡлана.

Төнгө берҙә асыҡ яныуҙы һүндереүгә өлгәшәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ҡорбандарһыҙ үтмәй. Урында 1983 йылғы ир менән 1980 йылғы ҡатындың үле кәүҙәләре табыла.  

Янғынды һүндереүҙә 18 кеше һәм һигеҙ берәмек техника ҡатнаша. Әле янғындың сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Был эш менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм шөғөлләнәсәк.

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәгә килтерә. Ут менән һаҡһыҙ эш итмәгеҙ. Ятҡан урында тартырға ярамай, өйҙәге электр сымдарын тәртиптә тотоғоҙ, электр ҡорамалдары менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Янғын сығыу менән тиҙ арала 112 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас