

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, каникул осоронда уҡыусы балалар ваҡытын нисек үткәрергә белмәй "уҫал" шаярып та ҡуя һәм, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, уйындан уймаҡ сығара.
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында күңелһеҙ хәл теркәлгән: үткән ял көндәрендә Эске эштәр министрлығының Сибай бүлексәһе өсөн ҡыҙыу булды. Полиция хеҙмәтенә үҙен Миша Сидоренко тип танытҡан малай шылтыратҡан һәм Ҡазандағы 175-се гимназияға тағы ла ҡораллы кешеләр инеүе, әлеге ваҡытта һөжүм итеү барғанлығын хәбәр иткән.
Сибай полицияһы был хәбәрҙе Татарстандағы коллегаларына еткергән. Ҡазан полицияһы шунда уҡ күтәрелеп хәбәр ителгән урынға йүнәлгән. Әммә белем усағында төҙөүселәрҙән башҡа бер кем дә булмаған. Әлеге ваҡытта ике республиканың да хоҡуҡ һаҡсылары шаяртҡан малайҙы эҙләй.
Террор тураһында шаяртыу өсөн бик етди саралар күрелә. Шуға күрә ата-әсәләргә балалары менән был хаҡта даими рәүештә әңгәмә үткәреү шарт. Уның һөҙөмтәһе киләсәктә кире тамамланыуы хаҡында иҫкәртһәгеҙ ине. Аҙаҡ һуң булып ҡуймаһын!
Фото:ria-m.tv