Хәүефһеҙлек
5 Август 2021, 10:00

Дауыл эҙемтәләре менән көрәш дауам итә

Һуңғы сәғәт өсөн көнүҙәк мәғлүмәтте район хакимиттәре башлыҡтары социаль селтәрҙәрҙә баҫтырып тора. Урындағы властар, авария бригадалары һәм халыҡ бик оператив эшләй.

Дауыл эҙемтәләре менән көрәш дауам итәДауыл эҙемтәләре менән көрәш дауам итә
Дауыл эҙемтәләре менән көрәш дауам итә

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә, 4 августа республиканың ҡайһы бер райондарында көслө дауал булды. Айырыуса Саҡмағош һәм Өфө районы, шулай уҡ Ауырғазы, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә һәм Шаран райондары зыян күрҙе.

Урыны менән ел бик көслө итеп иҫте, уның секундына 21-26 метрға етеүе билдәле. Һөҙөмтәлә йорттар, мәктәптәр, магазиндар, автомобилдәр ҡазаланды. Бәхеткә күрә, кеше ҡорбандары булманы.

Төп емереклектәр Саҡмағош районына тура килде. Ел 11 күп фатирлы йорт һәм бер шәхси йорттоң ҡыйығын емерҙе. Емереклектәрҙең дөйөм майҙаны – 8700 квадрат метр, яҡынса иҫәпләнгән зыян – 11 миллион һум. Шулай уҡ 1-се мәктәп менән Саҡмағош гимназияларының спорт залы һәм гараж-оҫтахана бинаһы зыян күргән.

Йәшен һуғыуы арҡаһында Бөрө ҡалаһындағы Социалистик урамда өс йорт янған, һәләк булғандар юҡ.

Дауыл эҙемтәләрен кисә кис үк бөтөрә башланылар. Кискә ҡарай Дүртөйлө районында электр тергеҙелде. Бында 414 йорт һәм 1000 кеше утһыҙ ҡалғайны. 22.10 сәғәттә Шаран районында ла проблема хәл ителде – 90 йортта өҙөлгән электр тергеҙелде.

Өфө районында Р-240 трассаһын таҙарттылар. Бында Булгаков ауылы янында магазин ҡыйығы емерелеп юлға төшкәйне. Юлсылар эште тиҙ тамамланы, юлды ябырға тура килмәне.

Бөгөн дә тергеҙеү эштәре дауам итә. Һуңғы сәғәт өсөн көнүҙәк мәғлүмәтте район хакимиттәре башлыҡтары социаль селтәрҙәрҙә баҫтырып тора. Урындағы властар, авария бригадалары һәм халыҡ бик оператив эшләй.

Әгәр һеҙгә стихия эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам кәрәк икән, йәшәгән урынығыҙ буйынса хакимиәткә мөрәжәғәт итегеҙ.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республиканың көньяғында аномаль эҫелек һаҡлана, урыны менән 38 градусҡа етә. Шулай уҡ урыны менән йәшен, көслө ямғыр, эре боҙборсаҡ яуыуы көтөлә, ел көсәйәсәк.

Барығыҙҙы ла иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.

#ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас