Хәүефһеҙлек
5 Август 2021, 08:00

Ҡәйнәһенә көсө еткән...

Хәҙерге ваҡытта суд медицина экспертизаһы үткәрелә

Ҡәйнәһенә көсө еткән...Ҡәйнәһенә көсө еткән...
Ҡәйнәһенә көсө еткән...

Ҡалтасы районында 25 йәшлек килен ҡәйнәһенә ҡул күтәргән. Туҡмалған әсә медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, күңелһеҙ ваҡиға Күсәш ауылында теркәлгән.

Ҡатындар араһында низағтың сәбәбе билдәһеҙ, икәү үҙ-ара бәхәсләшкәндән һуң, бер-береһен еңә алмағас, һуғыша башлағандар. 68 йәшлек ҡәйнәгә мулыраҡ эләккән, күрәһең, йәрәхәттәр алған. Хәҙерге ваҡытта суд медицина экспертизаһы үткәрелә, полиция хеҙмәткәрҙәре ике ҡатындың һуғышыу сәбәптәрен асыҡлай.

 

Фото:BashNews

Ҡәйнәһенә көсө еткән...
Ҡәйнәһенә көсө еткән...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас