

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әлеге мәлдә Хәйбулла районында. Уның белдереүенсә Башҡортостанды урман янғындары тулыһынса һүндерелгән. Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы эргәһендә хәл ҡатмарлы булған. Бында 500 гектар майҙанда урман янған. Утты һүндереүгә етәрлек кимәлдә техника һәм кеше йәлеп ителгән, ҡотҡарыусыларға урындағы халыҡ ярҙамға килгән. Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 50 кешенән торған аэромобиль төркөмө эшләй, ете берәмек техника йәлеп ителгән.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та ваҡиға урынында. Аҡташ ауылы эргәһендә лә ут ауыҙлыҡланған. Янғын һүндереү машиналары һәм ирекмәндәр дежурҙа тора.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы тәҡдим иткән видеола хәлдең аяныслығын күрергә була.
Әлеге мәлдә оператив штаб эшләй, утты ауыҙлыҡлар өсөн саралар күрелгән. Ут ауылдарға күсер тип хафаланыу урынһыҙ.
фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынды.