Хәүефһеҙлек
6 Август 2021, 04:00

Ут балалар лагерына яҡынлашҡан

Хәйбулла районының Аҡташ ауылы эргәһендә ике гектар майҙан ерҙә үлән яна. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгестәре эшләй.

Ут балалар лагерына яҡынлашҡанУт балалар лагерына яҡынлашҡан
Ут балалар лагерына яҡынлашҡан

Хәйбулла районының Аҡташ ауылы эргәһендә 2 гектар майҙан ерҙә үлән яна. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре эшләй.

 

Утты һүндереүгә ирекле янғын һүндереүселәр командаһы йәлеп ителгән, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре эшләй. Йәмғеһе 7 берәмек техника, 87 кеше ут менән көрәшә. Дүрт трактор янғын тирәһен һөрә.

 

Кисә төштән һуң янғын балалар лагерына яҡынлашҡан. Ут 500 метрға яҡынайғас, 72 бала һәм 4 тәрбиәсене “Һаҡмар” шифаханаһына автобустар менән оҙатырға булалар. Шунда уҡ ата-әсәләренә шылтыраталар. Әлегә билдәле булыуынса, балаларҙың барыһын да ата-әсәләре өйҙәренә алып ҡайтҡан.

 

Кискә ҡарай ут менән көрәшкә Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өс янғын һүндереү цистернаһы, 12 кеше һәм баш идаралыҡтан өс берәмек техника һәм 50 кеше ярҙамға ебәрелә.

 

Белгестәр утты торлаҡ йорттарға үткәрмәҫ өсөн бар тырышлыҡын һала.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас