Хәүефһеҙлек
7 Август 2021, 17:15

Көньяҡ Уралда төп проблема - янғындар

“Беҙҙә Ейәнсура районында Байыш ауыл советы ауылдары – Биштирәк, Иҙәш тирәһе яна. Ут ошо һәм башҡа ауылдарға яҡынлаша”, – кисә, 6 августа Республикаға идара итеү үҙәге ошондай ярҙам һораған сигналдарҙы теркәгән.

Көньяҡ Уралда төп проблема - янғындарКөньяҡ Уралда төп проблема - янғындар
Көньяҡ Уралда төп проблема - янғындар

“Беҙҙә Ейәнсура районында Байыш ауыл советы ауылдары – Биштирәк, Иҙәш тирәһе яна. Ут ошо һәм башҡа ауылдарға яҡынлаша”, – кисә, 6 августа Республикаға идара итеү үҙәге ошондай ярҙам һораған сигналдарҙы теркәгән.

Ошоноң кеүек барлыҡ хәбәрҙәрҙе улар республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хеҙмәттәштәре менән бергә тикшерә.

7 авгусҡа ҡарата Ейәнсура районында бер янғын һүндерелгән – ул Үрге Мәмбәтша ауылынан алты километр алыҫлыҡта. Тағы бер янғынды – Биштирәк ауылынан 8 километр алыҫлыҡтағыһын һүндереү дауам итә. Бында 50 кеше, һигеҙ берәмек техника һәм дүрт янғын автоцистернаһы эшләй.

Башҡортостанда 7 авгусҡа ҡарата 882,92 гектар майҙанда 19 урман янғыны ғәмәлдә. Уларҙы юҡҡа сығарыуға 114 берәмек техника һәм 534 ҡотҡарыусы йәлеп ителгән.

Ейәнсура районында – бер, Әбйәлил районында – бер, Хәйбулла районында – өс, Бөрйән районында – өс һәм Йылайыр районында ике янғын локалләштерелгән.

Бөрйән районында алты, Йылайыр районында ике һәм Ейәнсура районында бер янғынды һүндереү дауам итә. Янғындар периметры буйлап ҡотҡарыусылар һәм махсус техника дежурҙа, улар ауылдар өсөн хәүефте кисектерә.

Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар, урман һаҡлау хеҙмәттәре һәм муниципалитеттар хәлде анализлай һәм оператив саралар ҡабул итә.

Әгәр ял көндәрендә тәбиғәттә ял итергә йыйынһағыҙ, ут яҡмағыҙ! Урман йәки яландағы янғын тураһында 112 телефоны аша хәбәр итегеҙ.



#ЦУРБашкортостан_решаемвместе

 

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас