Хәүефһеҙлек
7 Август 2021, 11:30

Йортҡа килеп бәрелгән...

16 йәшлек үҫмерҙең  таныҡлығы ла булмаған

Йортҡа килеп бәрелгән...Йортҡа килеп бәрелгән...
Йортҡа килеп бәрелгән...

Өфөлә төндә 16 йәшлек үҫмер таныҡлығы булмаған көйө, машина руле артына ултырып,  юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған.

Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үҫмер Volkswagen Polo автомобилендә Мәсетле урамы буйлап елдергәндә тик торған Ford Focus автомобиленә килеп бәрелә. Аҙаҡ ҡоймаға, йортҡа “һөжүм итә”. Юл аварияһында төрлө йәрәхәттәр алған үҫмерҙе дауаханаға оҙатҡандар. 

Ни өсөн таныҡлығы булмаған көйө руль артына ултырырға баҙнат иткәндер, быныһы ҡараңғы. Был ваҡиға буйынса тикшереү, хәлде асыҡлау эшен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре  дауам итә.

Фото: ЮХХДИ

 

 

Йортҡа килеп бәрелгән...
Йортҡа килеп бәрелгән...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас