

Кисә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә урман янғындары барған райондарҙың, шулай уҡ уларҙы һүндереүгә йәлеп ителгән күрше район етәкселәренең ҡатнашлығында онлайн-кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәне республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев алып барҙы.
7 авгусҡа ҡарата республикала Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында бөтәһе 48 гектарҙа 22 сығанаҡ яныуын дауам иткән. Шул уҡ ваҡытта бер тәүлектә тағы да 92 гектарҙа 11 яңы осраҡ асыҡланған.
Янғындарҙы һүндереүгә 619 кеше һәм 142 берәмек техника йәлеп ителгән. Ут таралыуға юл ҡуймау маҡсатында авиакүҙәтеү алып барыла, янғынға ҡаршы һыҙаттар һөрөлә. Ошо эштәр алып барылыуы ауылдарҙы уттан һаҡлауға булышлыҡ итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ут ауыл һәм тораҡ пункттарға бер саҡрымға тиклем килеп еткән. Мәҫәлән, 6 августа Бөрйән районында Килдеғол ауылына етергә бер саҡрым ҡалған утты ауыҙлыҡлауға өлгәшәләр. 7 августа Хәйбулла районында Вәлит ауылы эргәһендә янғынды туҡталар.
Бөрйән районындағы янғынға ҡаршы көрәшеү өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан байынса Баш идаралығынан өҫтәмә көстәр ебәрелгән – ете техника һәм 50 кеше. Янғын һүндергән урындарҙан оператив мәғлүмәттәр ебәреү өсөн Өфөнән мобиль бәйләнеш узелы сыҡҡан. Хәйбулла районына Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарынан ирекмәндәр ярҙамға барған.
Кәңәшмәлә ҡыҙыл әтәсте һүндереү өсөн тағы янғын ранецтар кәрәклеге билдәләнгән. Мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы шөғөлләнә. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хәлде күҙәтеүҙе һәм янғындарҙы һүндереүҙә ведомство-ара хеҙмәттәшлекте көйләүҙе дауам итә.
Республикала ауылдар эргәһендә утты һүндереү саралары күрелә.
Фото: рәсми сығанаҡтан.