Хәүефһеҙлек
8 Август 2021, 14:30

Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!

Район хакимиәте башлығы белдереүенсә, Хәйбулла районында янғындарҙы һүндереү өсөн көстәр һәм саралар етерлек.

Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!
Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!

Район хакимиәте башлығы белдереүенсә, Хәйбулла районында янғындарҙы һүндереү өсөн көстәр һәм саралар етерлек. Социаль селтәрҙә ут һүндереү өсөн аҡса йыйыу ойошторолоуы тураһындағы мәғлүмәткә ышанырға ярамай.

 

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов белдереүенсә, муниципалитет биләмәһендә дүрт янғын сығанағы ғәмәлдә ҡала.

 

– Янғын сығанаҡтары ауыҙлыҡланды, шул иҫәптән Шайтантау тауында ла. Көстәр һәм саралар етә. Утты һүндереүҙә ярҙам иткән ирекмәндәргә рәхмәт, улар өсөн беҙ туҡланыу ойошторҙоҡ. Ирекмәндәр мохтажлығы өсөн аҡса йыймайбыҙ, бөтә әйберҙәр ҙә бар. Бында беҙ штаб булдырҙыҡ, унда Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәкселеге эшләй, – тине Рөстәм Шәрипов.

 

Әгәр һеҙ урман янғынын йәки тоҡаныуын күрһәгеҙ, авария хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ:

 

– урман һағының берҙәм бушлай телефоны 8-800-100-94-00;

 

– Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте 8-347-218-14-14;

 

– ҡотҡарыу хеҙмәте 112;

 

– янғын хеҙмәте – 01.

 

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.

Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!
Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!
Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!
Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!
Хәйбулла районы янғындары һүндереүгә аҡса йыймайҙар!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас