Хәүефһеҙлек
8 Август 2021, 14:45

Ике йәшлек сабый батҡан

Уның өлкәндәрһеҙ өс йәшлек ағаһы менән быуаға барғаны билдәле... 

Ике йәшлек сабый батҡанИке йәшлек сабый батҡан
Ике йәшлек сабый батҡан

Бөгөнгө көн береһенән-береһе күңелһеҙ яңылыҡтар менән боҙола. Яңыраҡ ҡына аварияла йәш ярымлыҡ сабый һәләк булды тип хәбәр иткәйнек. Әле быуала ике йәшлек баланың батып үлеүе билдәле булды.

Фажиғә Саҡмағош районының Тайнаш ауылы янындағы Базы быуаһында була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, быуала ике йәшлек малай батҡан.

"Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сабый өс йәшлек ағаһы менән бергә булған. Яндарында өлкәндәр булмаған", - ти ҡотҡарыусылар. 

Был урындың һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған булыуы билдәле. Һыу инеүе тыйылыуы тураһындағы аншлагтар ҡуйылған. Баланың кәүҙәһен полиция хеҙмәткәрҙәре сығарған. Әле оператив-тәфтиш саралары бара.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ һыу буйына ебәрмәгеҙ. Уларҙың ғүмере өсөн һеҙ яуаплы. 

 Фото: fishki.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас