Хәүефһеҙлек
8 Август 2021, 15:15

Настя китте...

Бишбүләк районында йәшәгән баланың башына ҡыйыҡ төшкәйне... 

Настя китте...Настя китте...
Настя китте...

Бөгөн ауыр яңылыҡ билдәле булды: дауыл ваҡытында йәрәхәтләнгән 14 йәшлек ҡыҙыҡай вафат булған. Фажиғәле осраҡ 20 июлдә Бишбүләк районында була. Көслө ел иҫкән саҡта бина ҡыйығы осоп китеп, ҡыҙыҡайҙың өҫтөнә төшә. Уны ауыр хәлдә дауаханаға алып китәләр.

Район хакимиәте башлығы Артур Зарипов даими рәүештә социаль селтәрҙәр аша баланың хәлен белдереп торҙо. Бөгөн таң менән ул ҡыҙыҡайҙың хәле насарайыуы тураһында хәбәр әйткәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле уның үлгәне билдәле булды.

“Иртәнсәк кенә ҡыҙыҡай тураһында пост яҙғайным, уның хәле ауырлашҡан тип. Әле Настяның киткәне билдәле булды. Ата-әсәһенең һәм яҡындарының ҡайғыһын саҡ ҡына булһа ла еңеләйтерлек бер генә һүҙ ҙә таба алмайым. Уларға әле ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдына килтереп була. Ихлас ҡайғы уртаҡлашыуымды ҡабул итегеҙ”, – тип яҙҙы Артур Зарипов.

Беҙ ҙә ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас