Хәүефһеҙлек
9 Август 2021, 12:05

Хәйбулла районында ут төртөүсе ҡулға алынған

Ул биш урында ут төртөүҙә ғәйепләнә

Хәйбулла районында ут төртөүсе ҡулға алынғанХәйбулла районында ут төртөүсе ҡулға алынған
Хәйбулла районында ут төртөүсе ҡулға алынған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле республикала бөтәһе 1919,7 гектар майҙанда 26 урман янғыны ғәмәлдә ҡала, уларҙың 13-ө ҡамап алынған, (был - 1529,89 гектар). Кисә дөйөм көстәр менән биш янғынды ауыҙлыҡлауға өлгәшкәндәр, шул иҫәптән Хәйбулла районында 192,8 гектар майҙанда.   

 

Утты һүндереүгә 1481 кеше һәм 198 берәмек техника йәлеп ителгән. Ауылдарға ҡурҡыныс янамай.  

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә лә тәүге мәсьәләләрҙән булып урман янғындары ҡаралды. Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә, утты һүндереүҙә ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәргә, халыҡҡа, ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ тынысланырға иртә икәнлеген дә иҫкәртте.

 

– Беҙҙе алда янғын хәүефе янаған ябай буламаған көндәр көтә. Республикала һәр йәй эҫе, яуам-төшөмдәр һирәк. Шуға ла беҙ урман янғындары менән артабан көрәшеү өсөн техник яҡтан әҙер булырға тейешбеҙ. Бынан тыш, тоҡаныу осраҡтарына айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Тәртип һаҡлау органдарынан республика биләмәһендә барлыҡҡа килгән сығанаҡтарҙың бөтәһенә лә опертив тикшереү үткәреүен һорайым, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.  

 

Мәғлүм булыуынса, быйылғы урман янғындары буйынса килгән мәғлүмәттәрҙе тикшереү һөҙөмтәһендә уларҙың 38 проценты – халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, 35 проценты йәшен һәм “ҡоро” йәшен арҡаһында сығыуы асыҡланған. Ә инде биш проценты урманды яуыз ниәттә юҡҡа сығарыу һәм үҫентеләргә зыян килтереү маҡсатында ут төртөүгә бәйле.

 

Әлеге ваҡытта айырыуса зыян күргән Хәйбулла һәм Бөрйән райондарында ут төртөүгә бәйле сыҡҡан урман янғындары буйынса тәүтикшереү органдары эшләй. Полиция хеҙмәткәрҙәре ошондай бер осраҡ буйынса шик аҫтында булған кешене ҡулға алған, ул биш урында ут төртөүҙә ғәйепләнә. Әле тейешле тәфтиш эштәре алып барыла, уның һөҙөмтәһе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

 

Фото: @mchsr

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас