Хәүефһеҙлек
9 Август 2021, 05:00

Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, тик үҙен...

Бәләбәйҙә ҡотҡарыусы фажиғәле һәләк булған.

Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, тик үҙен...Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, тик үҙен...
Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, тик үҙен...

Кисә Бәләбәйҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре фажиғәле һәләк булған. Мәғлүм булыуынса, ул һыуға батып үлгән, ә бынан бер аҙна элек кенә тыуған көнөн билдәләгән.

 

Александрҙың яҡындары һөйләүенсә, ул әсәһенең берҙән-бер улы. Әле ҡайғыға батҡан әсә ҡәҙерлеһен ерләргә йыйына, уға егеттең хеҙмәттәштәре лә ярҙам итә.

 

Александр ҡотҡарыусы булып эшләп, тиҫтәләгән кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, шуға ла уны белгәндәр өсөн бик ҡыйын.

 

“Быға ышанғы ла килмәй, Александр бик алсаҡ һәм яҡшы кеше ине. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ятҡан ерҙәре йомшаҡ булһын”, “Яҡшы кешеләр иртә китә. Вахтаға китер алдынан ғына һөйләшкәйнек уның менән. Ышанғы килмәй... Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, “Күпме кешеләрҙе ҡотҡарҙы, тик үҙен һаҡлап ҡала алманы” тип белдерә мәрхүмдең таныштары.

 

Беҙ ҙә ҡотҡарыусының туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу олоһон да, кесеһен дә аямай, шуға ла барлыҡ һаҡланыу сараларын күреп кенә һыу инергә кәрәклеген онотмайыҡ.

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: kp.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас