Хәүефһеҙлек
11 Август 2021, 09:40

БСК Хәйбулла районында янғын һүндерә

Башҡортостан сода компанияһы, республика Хөкүмәтенең саҡырыуына яуап итеп, Урал аръяғы райондарында янғын һүндереүҙә ҡатнаша.   

БСК Хәйбулла районында янғын һүндерәБСК Хәйбулла районында янғын һүндерә
БСК Хәйбулла районында янғын һүндерә

Башҡортостан сода компанияһы, республика Хөкүмәтенең саҡырыуына яуап итеп, Урал аръяғы райондарында янғын һүндереүҙә ҡатнаша. Бының өсөн компания урман ситтәрен һөрөү өсөн ауыр техника бүлде.

Был техниканы автопоездарҙа алып барҙылар, улар был төбәктә  тәбиғи бәлә-ҡаза тамамланғанға тиклем эшләйәсәк. Янғын урынына бульдозер машнистары, трал водителдәре һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инженеры ла килгән.

“БашХимТранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Михаил Гайдуков әйтеүенсә, был белгестәр авариялы мөхиттә эшләү буйынса ҙур тәжрибә туплаған. Машинистар Хәйбулла яҡтарына китер алдынан инструктаж да үткән.

“Бөтә йәлеп ителгән көс  бәләне тиҙерәк еңергеә ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ”, – ти “БСК”ның генераль директоры Эдуард Давыдов.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас