

Хәйбулла районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, районда өс ҙур янғындың таралыуы туҡтатылған. Бөгөнгө көндә бөтә көстәр Аҡъюл ауыл биләмәһенә йүнәлтелгән.
Бында Урыҫбай ауылынан Ейәнсура районындағы Биштирәк ауылы йүнәлешендә, һәм Урыҫбайҙан Йылайыр районы яғына (Курочкин урыны) ҡарай биләмәлә ут сыҡҡан. Белгестәрҙең һүҙҙәренсә, был айырыуса ҡатмарлы рельефлы территория. Шунлыҡтан төп көстәр тап ошо зонала тупланған.
Көн һайын көстәрҙе янғын урындары буйынса бүлеү ойошторола. Ҡайһы урынға техника, ә ҡайһы ергә ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар көстәре кәрәклеге билдәләнә. Урыҫбай ауылында ирекмәндәр штабы урынлашҡан, йоҡлау урыны Ғәлиәхмәт ауылында ойошторолған. Әйткәндәй, волонтерҙар бөтә республиканан килгән: бында Туймазы, Мәләүез, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ һәм башҡа район вәкилдәре бар. Шулар иҫәбендә Бөтә донъя башҡорттары ағзалары, Сибай башҡорт драма театры артистары, “Юлдаш” радиоһы алып барыусылары һәм башҡа ойошма-учреждениеларҙың хеҙмәткәрҙәре. Уларҙың барыһы ла янғын һүндереүҙә кәрәкле булған ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
Автор: Раян Атанбаев.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите хәбәрсеһе.