

Бөгөн иртәнсәк “Башҡортостан сода компанияһы” йәмғиәте Ейәнсура районындағы янғынды һүндереүгә ярҙамға өс ауыр техника оҙатты. Улар төп һүндереү эштәре алып барылған Биштирәк ауылы эргәһендә эшләй. Ошо хаҡта хәбәр итте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында Янғынға ҡаршы көрәш буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Зариф Байғусҡаров.
Был ауыл эргәһендә 400 гектар майҙанда “ҡыҙыл әтәс” ҡотора, уның 302 гектарындағы утты ауыҙлыҡлауға өлгәшкәндәр.
Бульдозерҙар урманда ер һөрөүгә һәм янғынға ҡаршы һыҙат һыҙыуға йәлеп ителгән. Техника яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгән. Зариф Байғусҡаров һүҙҙәренсә, бөгөн-иртәгә Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарына биш тонна яғыулыҡ ебәреләсәк, ул республика бюджеты иҫәбенә алынған.
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы райондарындағы янғынды һүндереү өсөн өҫтәмә саралар һәм көстәр ебәрергә ҡушты. Зыян күргән райондарға ғәрәсәт менән көрәшкә киткән сығымдар тураһындағы мәғлүмәтте республика Хөкүмәтенә хәбәр итергә ҡушылды, сөнки улар компенсацияланасаҡ.
Алдағы көндәрҙә Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарындағы янғындарҙы тулыһынса туҡтатыу планлаштырыла.
”Хәйбулла, Ейәнсура һәм Йылайыр райондары хакимиәттәренең берҙәм эшләүе һөҙөмтәһендә быға өлгәшергә мөмкин буласаҡ, тип уйлайым, бигерәк тә Башҡортостандың эре предриятиелары ҡушыла башлағас. Кешеләр ҙә, аҙыҡ-түлек тә, яғыулыҡ та етә, ирекмәндәр күп килде, урындағы халыҡ әүҙем ҡатнаша”, – тине штаб етәксеһе.
Кисә райондарға 30 махсус ранец, туғыҙ спутник рацияһы һәм өс һауа өргөс тигеҙ итеп бүлеп бирелгән.
Ирекмән Осҡар Лютов һүҙҙәренсә, ул янғын тураһында Йылайыр районында уҙған “Аҫылташ” форумында белгән һәм шунда уҡ башҡа әүҙемселәр менән ут һүндереүгә юлланған. Уларҙы район барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткән. Ирекмән белдереүенсә, ауылдарға утты индермәү өсөн тырышалар.
Һуңғы көндөрҙө Ейәнсура районда дүрт урман янғыны сыҡҡан. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов белдереүенсә, Үрге Мәмбәтша ауылы эргәһендәге тәүге янғын 7 августа һүндерелгән.
“Шайтан тау эргәһендәге 60 гектарҙы ялмап алған икенсе сығанаҡ та туҡтатылды. Әле уны тулыһынса һүндереү эше алып барыла. Бажан ауылы эргәһендәге 87 гектар майҙандағы ут та ауыҙлыҡланды. Уны ла бөгөн тулыһынса һүндерерҙәр, тип ышанабыҙ”, – тине Самат Йәрмөхәмәтов.
“Утты һүндереүгә 120-гә яҡын кеше йәлеп иттек, уларҙы 70-е ирекмән, ҡалғандары урман хужалығы, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ. 25 берәмек техника файҙаландыҡ. Бынан тыш, өс ауыл биләмәһе халҡы сығанаҡтарҙы ранецтар ярҙамында һүндереүҙә ярҙамлашты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы менән килешеү буйынса өс янғын һүндереү машинаһы йәлеп ителде. Улар көндөҙ ут һүндереүҙә эшләй, ә төндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында ауылдар эргәһендә дежур итә. Әле Ейәнсура районында ҡурҡыныс тыуҙырған участкалар юҡ һәм халыҡҡа хәүеф янамай”, – тип белдерҙе Самат Йәрмөхәмәтов.
Фото: рәсми сығанаҡтан.