Хәүефһеҙлек
11 Август 2021, 07:15

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ

Һуңғы йылдар урман янғындары менән тарихҡа инер, ахырыһы. Үтә эҫе, яуынһыҙ йәйҙәр, ҡоро йәшен атыуы, кеше факторы ла, битарафлыҡ тигән бөтмәҫ сиребеҙ ҙә быға сәбәпсе.

Уттың ялы-ҡойроғо юҡУттың ялы-ҡойроғо юҡ
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ

Һуңғы йылдар урман янғындары менән тарихҡа инер, ахырыһы. Үтә эҫе, яуынһыҙ йәйҙәр, ҡоро йәшен атыуы, кеше факторы ла, битарафлыҡ тигән бөтмәҫ сиребеҙ ҙә быға сәбәпсе.

Бөгөн уттың ни сәбәпле сыҡҡанын тикшереп, кемделер ғәйепләп ултырыр заман түгел – төп һәм удар көстө янғындың үҙенә йүнәлтеү зарур.

Байғаҙы яғына юл  тотабыҙ. Буҙарған буйында ут юлға уҡ килеп сыҡҡан.

 Хәйбулланан ирекмәндәр килгән ярҙамға.Улар көрәк, ранецтарын тотоп тауға үрмәләй ҙә башланы.

Ғафуриҙар ҙа бында – Рөстәм Садыҡов, Айнур Рафиҡов, Азат һәм Аяз Вәлиевтар Ибраһим ауылыныҡылар. Бәлки, ҡуна ятып ут һүндерергә тура килер, тиҙәр егеттәр. Рәхмәт кенә төшкөрҙәре!

Ишембай, Стәрлетамаҡ, Красноусолдан бер төркөм алып,  ике таяҡҡа таянған Рәхмәтуллов Фәрит ағай ҙа килеп еткән. Хәйбуллала янғын һүндерешеүҙә лә ҡатнашҡан ул, фалиж һуғып аяҡһыҙ ултырҙым, ошондай мәлдә нисек сыҙап ятмаҡ кәрәк, ти оло йәштәге ағай. Быныһы – аяҡ-ҡулдары һау булып та, минең ыҙмам ситтән, ағас Мәскәүҙеке – улар килеп һүндерһен,  тип өйҙә ятҡан әзмәүерҙәй ир-егеттәргә ым-ишара инде.

Юл буйында һыу артынан тегеләй-былай сапҡан әллә нисә янғын һүндереү машинаһы осраны. Аҫҡараҡ төшөп, саң борҡотоп ятҡан урман юлынан эскәрәк инәбеҙ. Муйыл төбөндә Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марсель Нәбиуллиндың машинаһына тәл булабыҙ. Ул үҙе “С” тракторын ремонтлап ятҡан Әбделмәмбәт уҙаманы Сураҡов Әмир Насип улы эргәһендә. “ Тимер бит, боҙолоп ҡуйҙы. Биш көн йөрөйөм янғында. Бер көн өйгә лә ҡайтманым хатта. Янғынды уратып һөрәм. Хаҡлы ялға сыҡһам да, Бакиров ҡустыла (шәхси эшҡыуар) эшләйем. Техника уныҡы. Кисә урман хужалығы 150 литр яғыулыҡ –май ҡойҙо. Бына тракторҙы ремонтлай һалып алырға ла, тағы эшкә тотонор кәрәк”, -ти  ДРСУ-ла 27 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Әмир ағай.”эшләп кенә кит инде, йә , тоҡан,тип кешегә өндәшкәндәй һөйләшеп ҡалды ул “С”-ы менән.

“Өфөнән 75 кеше килде ирекмәндәр, үҙ теләге менән ярҙам итеүселәр. Уларға ҙур рәхмәт, тик бәғзе берҙәре урманға - янғын эсенә инә лә китә, таулы-урманлы ерҙең үҙенсәлеген, бында янғын икенсе төҫ алыуын белмәй. Беҙгә уларҙы ҡарап ҡына торор кәрәк. Беҙ был тирәләге яныр ерҙе уратып алғанбыҙ, төп бурыс – аша һикертмәү. Урман янғындары барыбер беҙҙең халыҡ көсө менән һүндерелә ул. Егеттәр урын-ерҙе һәм янғында үҙен нисек тоторға  белә”, -ти Марсель Нәбиуллин.

Эйе, ут ҡолағына – һыуыҡ һыу, тейме әле халыҡ. Был афәтте берҙәм көс, ойошҡанлыҡ һәм оперативлыҡ менән генә ауыҙлыҡлап булалыр.

Иң мөһиме, был ер-һыуҙар – минеке, ата-бабамдан ҡалған аманат, ошо ерҙә мин тәпәй баҫтым, ошо ерҙең һауаһын һулап, емеш-еләген тиреп, утын-бесән эшләп мин йәшәйем әле һәм минең вариҫтар йәшәйәсәк, тигән аңлы халыҡ , барыбер, күберәк.

Ана бит, Бөрйән ағинәйҙәре кисә яғыулыҡ-май һәм башҡа кәрәк-яраҡтар өсөн 21 мең һум аҡса йыйып тапшырҙы, янғын һүндереүселәргә ризыҡтар әҙерләне.Аллаһҡа  ямғыр һорап ялбарыусыһы, хәжәт, хәүеф намаҙҙары уҡып, доға,  тәүбә-истиғфарҙар ҡылыусыһы, салауаттәр әйтеүсеһе   лә юҡ түгел. Нимә генә тиһәк тә, ил өҫтөнә бәлә килгәндә, уға ҡаршы көрәштең һәр ысул-алымы яҡшы. Беҙ – бөрйәндәр – бер йәндәр, бер ил-иләү балалары. Берҙәмлек һәм рух көсө ташламаһын, хөсөт ағыуына, битарафлыҡ ауына ғына эләкмәйек. Һынауҙарҙы шул саҡта ғына еңербеҙ, иншәә Аллаһ.

 

А. Ғарифуллина

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас