

Мәғлүм булынса, Белорет районында ла ике урман янғыны ғәмәлдә ҡала: Инйәр урмансылығында – 48, Тирлән урмансылығының Арша участкаһында ярты гектар.
Белорет янғын-ҡотҡарыу горнизонының 25 кешенән торған отряды инде биш тәүлек дауамында Бөрйән райондағы янғындарҙы һүндереүҙә эшләй. Шулай уҡ белореттар күршеләренә ярҙамға Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы – “Т-150”, “Башкиравтодор” – грейдер, “Метуллург” стадионы “Беларус” таркторҙары ебәргән. Техниканы ваҡиға урынына алып барыуҙа “Газпромгаз трансгаз” йәмғиәтенең Сибай участкаһы ярҙам иткән.
Әйтергә кәрәк, ут һүндереүгә йәлеп ителгән егеттәр ал-ял белмәй эшләй. Мәҫәлән, “КаМАЗ” водителе Венер Рәхимов - механизатор. Үткән шәмбелә ул да Бөрйән районындағы утты һүндереүгә юлланған. Дүшәнбе кире әйләнеп ҡайтҡас та уға ял итергә тура килмәй – Белорет ҡалаһының Гоголь урамында янған ике йортҡа ярҙамға ашыға.
Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығының механизаторы, бульдозер машинисы Айҙар Мөхтәров тиҙ генә техникаһын әҙерләп, ял көндәрендә Бөрйән районына килә һәм әле лә шунда ут һүндереүҙә ҡатнаша. Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы тракторисы Сергей Зайцев та Бөрйән районында утты туҡтатыу өсөн ер һөрөүҙә ярҙамлаша.
Мәғлүм булыуынса, Бөрйән районы биләмәһендә һуңғы көндәрҙә теркәлгән урман янғындарының 11-е ауыҙлыҡланған, туғыҙы һүндерелгән. Әле өс участкала “ҡыҙыл әтәс” ҡотора: Нөгөш, Көньяҡ-Үҙән һәм Әсебар участка урмансылыҡтарында. Әле был урындарҙа янғын һүндереүселәр һәм техника эшләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған тәүлектә 15,2 гектар майҙанда тағы ла ике яңы сығанаҡ теркәлгән: Нөгөш һәм Бетерә участка урмансылыҡтарында. Әле был урындарҙа ут һүндереү буйынса эштәр алып барыла.
Ғөмүмән, тынысланырға иртә, республика урмандарында көсөргәнешлек дауам итә.
Фото: Андрей Иванютаның "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәге диуарынан.