Хәүефһеҙлек
12 Август 2021, 05:00

Үҙе бәләкәй генә. Йөрәге оло

Күптәр өсөн уның ҡылығы сәйер тойолор. Ғүмерендә күрмәгән Хәйбуллала урман яна тигәс, Өфөнән попутка менән Әбешкә килеп еткән ул...

Роза РәсембәтоваРоза Рәсембәтова
Фото:Роза Рәсембәтова

Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә Әлшәй ҡыҙы Гүзәлиәгә рәхмәт әйтә.

"Күптәр өсөн уның ҡылығы сәйер тойолор. Ғүмерендә күрмәгән Хәйбуллала урман яна тигәс, Өфөнән попутка менән Әбешкә килеп еткән ул. Әлшәй ҡыҙы Гүзәлиә. Үҙе бәләкәй генә. Йөрәге оло. Бишенсе көн ауыл апайҙарына янғын һүндереүселәргә ашарға бешерергә ярҙам итә. Ҙур рәхмәт, Гүзәлиә. Бәхетле бул!  Бөтәһенә лә рәхмәт!"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас