Хәүефһеҙлек
12 Август 2021, 07:30

Хәйбулла районында кәрәҙле элемтә буласаҡ

Башҡортостан халҡының 98 проценты кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителгән. Хәйбулла районы буйынса был күрһәткес 92 процент тәшкил итә.

Хәйбулла районында кәрәҙле элемтә буласаҡХәйбулла районында кәрәҙле элемтә буласаҡ
Хәйбулла районында кәрәҙле элемтә буласаҡ

11 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең ҙур кәрәҙле элемтә операторҙары вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар Хәйбулла районының алыҫта урынлашҡан һәм аҙ кешеләр йәшәгән ауылдарында элемтә менән ҡаплау зонаһын киңәйтеү мәсьәләһен тикшерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кәрәҙле элемтә менән тәьмин итеү мәсьәләһен республика етәксеһе эш сәфәре менән Хәйбулла районында булған саҡта урындағы халыҡ күтәргәйне.

Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, Башҡортостан халҡының 98 проценты кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителгән. Хәйбулла районы буйынса был күрһәткес 92 процент тәшкил итә. 2020 йылда операторҙар райондың биш ауылына кәрәҙле элемтә үткәргән. Йәнә 15 ауылда быны эшләргә кәрәк. Уларҙың етеһе Әбеш һәм Аҡъюл ауыл советтары биләмәһендә урынлашҡан һәм даими рәүештә янғын буйынса хәүефле хәл зонаһына эләгә. Уларҙа ике мең самаһы кеше йәшәй.

Мәсьәләне тиҙ генә хәл итеү юлы сифатында Геннадий Разумикин был ауылдарҙа тәьҫир радиусы ҙур булмаған (150 метр) бәләкәй база станциялары ҡуйырға тәҡдим итте. Проект ваҡыт һәм финанс йәһәтенән аҙ сығымлы. Киләсәктә иһә был ауылдарҙы һанлы тиңһеҙлекте юҡҡа сығарыу буйынса федераль программа сиктәрендә киң зоналы кәрәҙле элемтә менән тәьмин итәсәктәр. Башҡортостанда уны тормошҡа ашырыу 2022 йылда башланасаҡ һәм 400 самаһы алыҫта урынлашҡан ауылдарҙы үҙ эсенә аласаҡ. Элемтә операторҙары был тәҡдимде хупланы һәм кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа тиҙ арала проектты финанслау ваҡытын һәм механизмдарын әҙерләргә ҡушты.

– Хәйбулла районының ауылдары республиканың Ырымбур өлкәһе менән сигендә көньяҡ форпост барлыҡҡа килтерә. Унда йәшәгән кешеләрҙең хәүефһеҙлеге йыш ҡына күрше төбәктәрҙән килгән тәбиғәт янғындары ваҡытында айырыуса мөһим. Беҙ мотлаҡ рәүештә унда кәрәҙле элемтә үткәрергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас