Хәүефһеҙлек
12 Августа 2021, 09:00

Ике урында туҡланыу пункты ойошторолған

Рәзилә һәм Мир Ямалетдиновтар менән Әлфидә һәм Ғәлимйән Ултыраҡовтар йортонда туҡланыу пункттары урынлашҡан.

Ике урында туҡланыу пункты ойошторолғанИке урында туҡланыу пункты ойошторолған
Ике урында туҡланыу пункты ойошторолған

Халыҡ дәррәү был яҡта. Шулай булмаһа үҙ йортонда янғын һүндереүселәрҙе, ирекмәндәрҙе ашатыуҙы ойошторор, ауылдың уңғандары бергә йыйылып уларға аш-һыу әҙерләп, янғын һүндергән урынға илтеп бирер инеме?!

Хәйер, уларҙың изге эшенә көн һайын райондың төрлө ауылдарынан килгән ирекмәндәр ҙә ҡушыла. Мәҫәлән, беҙ барғанда Аҡьяр, Федоровка, Ивановка, Ғәлиәхмәт ауылынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар Рәзилә Ямалетдинованың йортонда урынлашҡан туҡланыу мөйөшөндә көн буйына бешереп, аш яраштырҙылар, әллә күпме самауыр ҡайнатып, килгән һәр кемде генә түгел, урман янғындарында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә тәғәйен ризыҡтар хәстәрләп, уларға оҙаттылар.

Тәүҙә ике урында теркәлгән янғын елдең нисек иҫеүенә ҡарап, тиҙ арала башҡа урынға ла күсеп өлгөрә.

 - Нисек йөрәгең түҙеп, күңелең тыныс ултырһын инде. Ауылыбыҙға ут етеп килә тигәс тә, Федоровка ауылында йәшәгән апайым Рәсимә Солтанова еҙнәйем менән килеп етте. Улар тәүгеләрҙән булып ауылдаштарҙы йыйып, янғын һүндереүгә алып сыҡты. Көн һайын килеп беҙгә ярҙамлаша. Көнөнә 300-ҙән ашыу кешене ашатҡан саҡтар ҙа булды. Ирекмәндәргә рәхмәт: көн һайын район үҙәгенән ризыҡтар килеп тора, кемдер бешереп ебәрә, икенселәре емеш-йәшелсәһен килтерә, өсөнсөләре ит бирә. Тәүге көндәрҙән алып Әлфиә Абдуллина ныҡ ярҙам итте. Кешеләр күбәйгәс, ауылда тағы бер урында туҡланыу урыны булдырҙыҡ. Әлфидә һәм Ғәлимйән Ултыраҡовтарҙың йортонда ла янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр өсөн туҡланыу ойошторолған, - ти изге йөрәкле ханым.

 Ысынлап та, уртаҡ ҡаза ауыл халҡын берләштергән, тик берҙәм һәм бергә булғанда ғына оло афәтте еңеп сығыуҙарына, утты мөмкин тиклем тиҙерәк туҡтата алыуҙарына уларҙың өмөтө ҙур.

Автор фотоһы.

                                    

Автор:Карима Усманова
Читайте нас