Хәүефһеҙлек
12 Август 2021, 07:45

Урмандарҙы һауанан күҙәтеү дауам итә

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала юғары янғын хәүефе тороуы сәбәпле, бөгөн урман фонды авиация патруллек итеүҙе ойоштора.

Урмандарҙы һауанан күҙәтеү дауам итәУрмандарҙы һауанан күҙәтеү дауам итә
Урмандарҙы һауанан күҙәтеү дауам итә

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала юғары янғын хәүефе тороуы сәбәпле, бөгөн урман фондында авиация патруллек итеүе ойошторола.

 

– Бөгөн авиация күҙәтеүе республиканың көньяҡ-көнсығышындағы урман янғындары күпселек тәшкил иткән, үтеүе ауыр булған таулы урындарҙа осасаҡ. Һауа күҙәтеүе Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары биләмәләрендә барған янғындарға  юлды дөрөҫ күрһәтеүгә булышлыҡ итә, – тип хәбәр итте Урман янғыны үҙәгенең летчик-күҙәтеүсеһе Урал Риянов.

 

Летчик-күҙәтеүсе билдәләүенсә, авиапатруллек итеү урман янғындарын һүндереүҙе һәм бөтөрөү буйынса сараларҙы һөҙөмтәлерәк ойоштороуға булышлыҡ итә. Урмандарҙы һауанан күҙәтеү буйынса эш алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк.  

 

Иҫкәртәбеҙ: әле республикала көндәр ҡоро һәм эҫе тора, был иһә бер шырпының да ҙур янғынға сәбәпсе булыуына булышлыҡ итә. Шуға ла хәүефһеҙлек тураһында онотмайыҡ!

 

Урман янғынын күрһәгеҙ, Урман һағының берҙәм бушлай – 8 (800) 100-94-00 йәки БР Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 шылтыратығыҙ.

 

Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас