Хәүефһеҙлек
12 Август 2021, 06:30

Янғындан "Без башкортлар" хәрәкәте ағзалары ла ситтә ҡалманы

Хәйбулла районындағы урман янғындарында Краснокама районы, Нефтекама һәм Дүртөйлө ҡалаһынан да ярҙамға килделәр.

Янғындан "Без башкортлар" хәрәкәте ағзалары ла ситтә ҡалманыЯнғындан "Без башкортлар" хәрәкәте ағзалары ла ситтә ҡалманы
Янғындан "Без башкортлар" хәрәкәте ағзалары ла ситтә ҡалманы

"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите хәбәрсеһе Раян Атанбаев хәбәр итеүенсә,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған ирекмәндәр төркөмдәре республиканың көньяҡ райондарында ҡоторған урман янғындары менән көрәшкә ҡушылды.

Кисә Хәйбулла районы Ураҙбай ауылы тирәһендәге янғынды һүндереүселәр араһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле – “Без башкортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиевты ла осраттыҡ.


– “Без башкортлар" ойошмаһы ағзалары республиканың төньяҡ өлөшөнән – Краснокама районы, Нефтекама һәм Дүртөйлө ҡалаларынан Хәйбуллала йәшәгән милләттәштәребеҙгә нисек тә булһа ла ярҙам итергә тип ашҡынып килдек. Уҙған йылда Бөрйән районында янғын һүндереүҙә ҡатнашып, был эштә бер аҙ тәжрибә туплаған инек. Әйткәндәй, беҙ төньяҡ йәки көньяҡ башҡорттары тип бер кемде лә айырып ҡарамайбыҙ – барыбыҙ ҙа бер үк халыҡ. Ярҙам кәрәк булыуын ишеткәс, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ирекмәндәре менән берлектә Хәйбуллаға юл тоттоҡ. Һәм бөгөн икенсе көн ут менән көрәште дауам итәбеҙ. Теләгем бер – беҙ башҡорттар һәр ваҡыт берҙәмлек күрһәтеп, бер-берберебеҙгә ярҙам итешеп йәшәйек.

 

Раян Атанбаев фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас