

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылындағы йортонда ял көндәрен үткәргән Башҡортостандың атҡаҙаған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор, "Миләш" халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе, йырсы Мәмдүҙә Илбаҡова тыуған яғында урман яныуы хаҡында ишеткәс тә, тәүгеләрҙән булып ут һүндерергә бара. Көн һайын Ғәлиәхмәттән Урыҫбайға тиклем үҙ автомобиле менән янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр өсөн ойошторолған туҡланыу пунктына аҙыҡ-түлек килтерә, ярҙам итә.
- Ниндәй йөрәк менән түҙеп ятайым: ата-әсәйемдең тыуған ере, беҙ үҫкән, бала саҡта уйнап йөрөгән урман-ҡырҙарым ут эсендә ҡалды. Шул тиклем йөрәк һыҡрай: болон тулып үҫкән боланут сәскәләрен, атайым, ҡустым Ишморат уйнаған үлән ҡурайҙарҙы, утта янып үлгән ҡош-хайуандарҙы шул тиклем йәлләйем. Бындай ваҡытта нисек ял итергә мөмкин һуң? Үҙемдең саҡ ҡына булһа ла өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен, - ти Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы.
Автор фотоһы.