Хәүефһеҙлек
13 Август 2021, 15:30

75 йәшлек ир батҡан

Фажиғәле хәл Учалы районында теркәлгән. Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ!

75 йәшлек ир батҡан75 йәшлек ир батҡан
75 йәшлек ир батҡан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Учалы районының Ҡарманкүлендә 1946 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Ул батҡан урын һыу инеүгә тәғәйенләнмәгән, хатта янында тыйыу билдәләре ҡуйылған булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы халыҡтың йылға-күл буйҙарына күпләп ағылыуына килтерә. Йыл башынан Башҡортостанда 89 кеше һыуҙа батып үлгән, шуның 14-е - балалар.

Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ, спиртлы эсемлек ҡулланған килеш һыуға яҡын бармағыҙ, балаларҙы яңғыҙ йылға-күл буйҙарына ебәрмәгеҙ!

 

Фото: bashinform.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас