Хәүефһеҙлек
13 Август 2021, 10:51

“Бәлә килгәндә беҙ яңғыҙ түгелбеҙ...”

Хәйбулла районының урман зонаһына ҡараған ауылдары ҡаялы тауҙары, бормаланып аҡҡан Һаҡмар һәм Йылайыр йылғалары, ҡуйы ағаслыҡтары, шифалы үләндәре һәм һирәк осраусы хайуандары менән дан тота ине. Ине тип әйтергә ҡала, сөнки тап ошо сихри төбәктә ун көнгә яҡын инде урман яна.

 Көндәрҙең үтә ҡоро тороуы, ямғыр яумауы быйыл да районда дала-урман янғындары сығыуға килтерҙе. Афәткә ҡаршы бар район халҡы бергә көрәшә, респуб­ликаның төрлө тарафтарынан ирекмәндәр ярҙамға ашыға, дәүләт етәкселәре тарафынан бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Тәүге көндәрҙән үк райондың янғын һүндереүселәр командаһы, төбәктәге сәнәғәт предприятиелары, Урман хужалығы министрлығының урман янғыны үҙәге, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереү техникаһы йәлеп ителгән. Әле лә төрлө район һәм ҡалаларҙан ҡеүәтле техника килеүе дауам итә.

Бөгөн районда иң хәүефле урман янғындары Аҡъюл ауыл биләмәһенә ҡараған Ураҙбай һәм Аҡъегет (бөткән ауыл) янында теркәлгән. Урындағы халыҡ бел­дереүенсә, ут дүшәмбе көнө Ейәнсура районы сигенән килгән. Көслө ел иҫеүе ялҡындың көсәйеүенә һәм тиҙ арала таралыуына юл ҡуйған. Шайтан йылғаһы буйындағы Рәнйән тау битләүе, урмандар яна.

 

“Уттың ялы-ҡойроғо юҡ”

 

Был әйтемдең ни тиклем дөрөҫ булыуын Аҡъярҙан Ураҙбай ауылына юлланғанда үҙ күҙебеҙ менән күреп инандыҡ. Йәнтеш ауылы янындағы тауҙа, күптән түгел үткән янғынды хәтерләтеп, ҡап-ҡара булып ҡалған тау үркәстәре, янып-көйгән ағастар ултыра.

Ураҙбай янына боролғас та, юлда торған бер ағайҙы ултыртып алдыҡ. Асыҡланыуынса, ул эштән ҡайтып барыусы ошо ауыл кешеһе. Оператив штабтың ҡайҙа урынлашыуы хаҡында һорашыуыбыҙ булды, уның: “Беҙҙең өйҙә!” – тигән яуабы ишетелде. Шаярталыр, тип уйлап та өлгөрмәнек, үҙҙәренең йортона нисек барырға кәрәклеген аңлатты. Ике янғын һүндереү төркөмө, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын-һүндереү­селәрҙең бер нисә отряды, Башҡортостан янғынға ҡаршы хеҙмәтенең көньяҡ-көнсығыш филиалы вәкилдәре, бихисап машина уратып алған йорт, ысынлап та, ғәҙәттән тыш хәлдәр штабын хәтерләтә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса 15-се янғын-ҡотҡарыу отряды начальнигы Денис Пинашин, Башҡортостан Республи­каһының янғынға ҡаршы хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Динар Салихов, ошо хеҙмәттең көньяҡ-көнсығыш филиалы етәксеһе Альберт Байымов һәм башҡа белгестәр, район етәкселәре, янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр ҡатнашлығында һәр көн иртәнән кискә тиклем янғынға ҡаршы көрәш буйынса фекер алышына, карта буйынса янғын сығыу урыны, ут биләп алған майҙан иҫәпләнә. Ошонан сығып, ҡайһы урынға кәрәкле техника йүнәлдереү, ирекмәндәр тәғәйен­ләү мәсьәләләре хәл ителә.

Әйткәндәй, был биләмә айырыуса ҡатмарлы рельефлы майҙан тип һанала. Шуға күрә көн һайын көстәрҙе янғын урындары буйынса бүлеү ойошторолған. Штаб янында ике янғын һүндереү машинаһы тулы әҙерлек менән ултыра, ут ауылға яҡынайған осраҡта улар үҙ бурысын атҡарырға әҙер.

 

Халыҡ дәррәү был яҡта

 

Шулай булмаһа, улар үҙ йортонда янғын һүндереүселәрҙе, ирекмәндәрҙе ҡабул итеп, бергә йыйылып аш-һыу әҙерләп, янғын һүндергән урынға илтеп бирер инеме?! Хәйер, изге эшкә көн һайын райондың төрлө ауылдарынан килгән ирекмәндәр ҙә ҡушыла. Мәҫәлән, беҙ барғанда Аҡъяр, Федоровка, Ивановка, Ғәлиәхмәт ауылдарынан килгән ҡатын-ҡыҙ Рәзилә Ямалетдинованың йортонда урынлашҡан туҡланыу мөйөшөндә көн буйына бешеренә, аш яраштыра, ураған һайын самауыр ҡайната ине. Килгән һәр кемгә генә түгел, урман янғындарын һүн­дереүҙә ҡатнашыусыларға ла тәғәйен ризыҡтар хәстәрләп, уларға оҙаттылар. Тәүҙә ике урында теркәлгән янғын, елдең нисек иҫеүенә ҡарап, тиҙ арала башҡа урынға ла күсеп өлгөрә.

– Нисек йөрәгең түҙеп, күңелең тыныс ултырһын инде. Ауылыбыҙға ут етеп килә, тигәс тә, Федоровкала йәшәгән апайым Рәсимә Солтанова еҙнәйем менән икәүләп килеп етте. Тәүгеләрҙән булып ауылдаштарҙы йыйып, янғын һүндереүгә алып сыҡты улар. Көн һайын килеп, беҙгә ярҙамлаша. Көнөнә 500-ҙән ашыу кешене ашатҡан саҡтар ҙа булды. Ирекмәндәргә рәхмәт: район үҙәгенән ризыҡ килеп тора. Кемдер бешереп ебәрә, икенселәре емеш-йәшелсәһен килтерә, өсөнсөләре ит бирә. Тәүге көндәрҙән алып Әлфиә Абдуллина ныҡ ярҙам итте. Кешеләр күбәйгәс, ауылда тағы бер урында туҡланыу урыны булдырҙыҡ. Әлфидә һәм Ғәлимйән Ултыраҡовтарҙың йортонда ла янғын һүндереүселәр һәм ирек­мәндәр өсөн туҡланыу ойошторолған, – ти изге йөрәкле хужабикә.

Ысынлап та, ҡаза ауыл халҡын берләштергән. Берҙәм булғанда ғына оло афәтте еңеп сығыуҙарына, утты мөмкин тиклем тиҙерәк туҡтата алыуҙарына өмөтө ҙур уларҙың.

 

Ҡатын-ҡыҙ ғына, тимәгеҙ...

 

Ут һүндереү – гүзәл зат эше түгел. Әммә һинең йәшәгән ауы­лыңа йәки ата-әсәйең, туғандарың ерләнгән урынға ут яҡынлаша икән, улар ҙа, яурындарына янғынға ҡаршы ҡоралдар алып, “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡларға ашыға. Шундай ҡыйыу йөрәкле, сая, тәүәккәл Хәйбулла ҡыҙҙарын осратырға тура килде: Илгизә Яйыҡбаева, Гөлсиә Килдебаева, Аҡсәскә Абдуллина, Нурзилә һәм Ләйсән Байғусҡа­ровалар, Рәсимә Солтанова...

– Ағастарҙың шартлап яныуын, ҡоштарҙың асырғанып ҡыс­ҡырыуын, йыландарҙың тереләй утта янып, тыпырсынып ятыуын күреү, бала саҡта емеш тиреп йөрөгән сейәлектәрҙең күҙ асып йомғансы юҡҡа сығыуына шаһит булыу, ут алдында көсһөҙлөгөңдө тойоу, яурындағы 20 литр һыйҙырышлы һауыттағы һыуҙы Йәншишмәләй бөркөп ебәреп, бар-тирә яҡтағы янғынды һүндерһәңсе, тип теләү ғүмерҙә онотолмаҫ кеүек. Утты еңеү беҙҙең генә хәлдән килмәй. Их ямғырҙар ғына яуһасы, – тип өҙгөләнә ҡыҙҙар.

Әммә уларҙың был ҡыйыулығы күптәргә өлгө булып  тора. Кәрәк икән, улар ирекмәндәргә аҙыҡ алып бара, янғын һүндереүҙә лә үҙ өлөштәрен индерә.

 

Яна урман, яна тауҙар...

 

“Атайсал” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән Аҡъегет ауылы янындағы Рәнйән тауы битләүендәге янғынды һүндереүселәр янына барып, улар менән бер аҙ аралашырға форсат тейҙе. Уларҙың барыһы ла Ураҙбай ауылы кешеләре булып сыҡты.

Азамат Ишморатов сығышы менән Йылайыр районының Һынташ ауылынан. Ҡатынының ауылында йәшәй. Минйәр Торопҡолов, Илнур Исҡужин, Фуат Байғабуловтар Ураҙбайҙа тыуып үҫкән, әммә бөгөн улар ҙа башҡа ерҙә донъя көтә. Әммә барыһын да тыуған еренә ҡарата һөйөү, уны һаҡлау тойғоһо ут менән көрәшкә алып килгән.

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ, тигәндәй, бер һүндерелгән урындың кире тоҡанып китеү осраҡтары бик күп. Ундай сығанаҡтар менән беҙҙең үҙебеҙгә лә бер нисә урында осрашырға тура килде. Һүнгән урын быҫҡып ята ла ҡапыл гөрләп ут ҡабына, ағастар ҙа ҡайтанан янып китә. Шуға күрә һүндерелгән урындарҙа һаҡта торалар, даими күҙәтеү алып барыла.

Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр араһында ла дөйөм бәләнән ситтә ҡалыусылар бик аҙ. Мәҫәлән, Данил Хәсәнов менән Ғәзим Ураҙбаев янғындың тәүге көндәренән ҡатнаша, ҡулдарынан килгәнсә ауылдаштарына ярҙам итә.

Әйткәндәй, ир-егеттәр менән йәнәш ут һүндереү һыҙығына баҫ­ҡан Ғәлиәхмәт ауылы һылыуҙарын да осраттыҡ. Уларҙың барыһы ла – Өфө ҡалаһының төрлө юғары уҡыу йорттары студенттары. Йөрәктәрендәге ғәм һәм сәм, күңелдәрендәге миһырбанлыҡ, тыуған ергә ҡарата һөйөү был ҡыҙҙарҙы бар тәбиғәттең һыҡтауына битараф ҡалдыра алмаған. Зөбәржәт Аҡылова, Йәзилә Ҡаҙаҡбаева һәм Ынйы Ирғәлина бер-береһенә ярҙамсыл булыуҙарын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы.

 

Шундай егеттәр ҙә була!

 

“Ниндәй?” – тип һорарһығыҙ. Тәүәккәл, ярҙамсыл, ышаныслы!

Билдәле булыуынса, урман янғындары ауылдан дүрт-биш километр алыҫлыҡтағы ҡалын урман, бейек тау-ҡаялы урындарҙы ялмаған. Еңел автомобиль менән был урындарға килеп етеүе мөмкин түгел. Урман юлын, ошо тирәнән йыш үтеүселәр яҡшы беләлер, унда йөрөү өсөн машинаңдың әрһеҙлеге, йөрәгеңдең ҡыйыу тибеүе, үҙеңдең оҫта водитель булыуың талап ителә.

Ураҙбайға килеп төшкәс тә, янғын сыҡҡан урынға барыу теләген белдергәс, ни өсөндөр унда илтергә риза булыусылар табылманы. Шулай ҙа таптыҡ бер егетте. Юнир Айҙашев, Сибай ҡалаһынан килеп, тәүҙә өләсәһе йәшәгән Ейәнсура районының Биштирәк ауылы янында янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан. Аҙаҡ ата­һының тыуған ауылы Ураҙбайҙағы киҫкен хәл тураһында ишетеп, Ейәнсуранан тура бында төшкән. Янына барып, теләгебеҙҙе әйтеп тә өлгөрмәнек, ризалашып та ҡуйҙы. Алдан уҡ шуны әйтәм: беҙҙең бәхетебеҙгә осраны был егет. Оҫта итеп руль тотҡан, ҡаялы урындарҙы бик еңел үтә белгән Юнир Юлай улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабан да ярҙамсыл һәм ышаныслы булып ҡалыуын теләйбеҙ!

 

“Етәкселек ярҙамдан өҙмәй...”

 

Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбаҡов белдереүенсә, әле ут тулыһынса контролдә тотола. Аҡъегет ауылы биләмәһендә июнь башында сыҡҡан янғынды халыҡ үҙ көсө менән тулыһынса һүндерә алһа, был юлы ут көслөрәк булып сыҡты.

– Район һәм республика етәкселеге тарафынан бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Республиканың төрлө райондарынан үҙҙәре теләп ут һүндерергә килгән ирекмәндәргә бигерәк тә оло рәхмәт. Шулай уҡ үҙ ерен уттан һаҡлау өсөн сыҡҡан ауыл халҡына, ситтә йәшәп тә, тыуған яғы өсөн борсолоп ҡайтҡан ауылдаштарға ла рәхмәт әйтке килә. Күмәк көс, берҙәм тырышлыҡ һәм республика ярҙамы менән “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡларға тырышабыҙ. Ут ялмаған биләмәләрҙе ҡамайбыҙ, минераль һыҙаттарҙы киңәйтәбеҙ. Республика етәкселеге ярҙамы менән ҡеүәтле техника килде, сөнки тау-ҡаялы, урманлы урындарға ябай техника барып етә алмай, – ти Буранбай Ислам улы.

Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов янғындың тәүге көнөнән алып ошо көрәштә шәхсән ҡатнаша. Атап әйткәндә, 4 августа Бәләкәй Әбеш һәм Ҙур Әбеш ауылдары янында сыҡҡан утты һүндерергә килгәйне. Кешеләрҙе янғын һүндереүҙәге көстәр һәм саралар тураһында һәр көн таныштырып бара ул. Бәлә-ҡазаға тарыған ауылдар халҡы менән осрашҡанда урындағы етәкселеккә ҡарата йылы һүҙҙәр генә ишетергә тура килде.

Шулай ҙа халыҡты борсоған проблемалар һәм теләктәр ҙә юҡ түгел. “Ҡыҙыл әтәс” ауыҙлыҡланыр ҙа ул, әммә янған урман яңынан үҫмәҫ шул, тип борсолоуҙарын да аңларға була. Ауыр саҡта халыҡҡа, үҙ ваҡыттары менән иҫәпләш­мәйенсә, хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙған, йорттарында туҡ­ланыу пункты ойошторған ғаиләләргә аш бешереү өсөн тотонған электр уты өсөн булһа ла, утынлата, бесәнләтә ярҙам күрһәтелһен ине, тиҙәр. Иң мәшәҡәтле бесән ваҡытына тап килгән афәт кешеләрҙең йыл да сапҡан бесәнлектәрен дә юҡҡа сығарҙы бит. Республика етәкселеге ярҙамы менән район халҡына башҡа яҡтарҙан бесән алып килеүҙе ойошторғанда ла, бәлә-ҡаза күргәндәргә оло ярҙам булыр ине. Ни тиһәң дә, һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай шул.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән төбәккә төрлө һәм ҡала райондарҙан ҡеүәтле техника менән бергә һауа транспорты ла йәлеп ителгән. Яҡын арала Ураҙбай ауылы янындағы урман янғындары тулыһынса һүндерелер, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Хәйбулла районы.

Читайте нас