

Ниһайәт, тип иркен тын алырға ла булалыр – күмәк көс менән урман янғындарының осона сығып киленә. Аллаһ Тәғәләгә мең шөкөр! Рәхмәт МЧС-тарға, урмансыларға, ирекмәндәргә, илгә килгән бәләгә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индергән һәммә-һәммәһенә!
Бөгөн район хакимиәте алдында республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән МЧС хеҙмәткәрҙәрен, бөтә район халҡы исеменән ҙур рәхмәттәр әйтеп, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләп, тантаналы оҙатыу булды. Техникалары алдына шәмдәй теҙелгән ир-атҡа район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов бөтә район халҡы, хакимиәт исеменән ҙур рәхмәттәрен еткерҙе:
“Һеҙгә Бөрйән халҡы исеменән ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Ошо урман янғындарында юғары профессионаллек, ҙур ныҡышмаллыҡ һәм оло баһаға лайыҡ эш күрһәттегеҙ. Һеҙҙән бер ваҡытта ла “юҡ” тигән һүҙҙе ишетергә тура килмәне. Урман янғындары һеҙҙе лә, беҙҙе лә төрлө яҡлап һынаны. Бәлки, ойоштороу һәм башҡа юҫыҡта беҙҙең тарафтан да етешһеҙлектәр булғандыр – киләсәктә улар иҫәпкә алыныр. Нимә генә тиһәк тә, ут һынауын лайыҡлы үтә алдыҡ, тип иҫәпләйем. Һеҙгә, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем!”
“Урмансылыҡтарға идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Бөрйән урмансылығы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Камил Ҡурамшин да ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте: “Тиҫтә көн эсендә 31 урында урман янғыны сыҡҡаны юҡ ине әле, әммә, егеттәр, һеҙ һынатманығыҙ – һөнәри оҫталығығыҙ эштә сағылды”.
Белореттағы 28-се янғын һүндереү хеҙмәтенең начальник урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры Ринат Фәйзуллин да МЧС-тар эшенән ҡәнәғәт. “Бөрйәндәге урман янғындарында штабты район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы етәкләне, мин уның ярҙамсыһы булдым, – тине ул. – Беҙҙең төп бурыс янғынға ҡаршы бөтә көстө туплау һәм иң отошло алымдарҙы ҡулланыу, утҡа таралырға ирек бирмәү ине. Районда 73 МЧС вәкиле, 15 берәмек техника, урындағы халыҡ, 70 ирекмән (шуларҙың 50-һе – Бөрйәндеке) янғынға ҡаршы көрәште. Әтек яғындағы янғындарҙа пилотһыҙ осоу аппараттары, квадроциклдар ҙа булды. Шунһыҙ булмай, сөнки тау-урманлы, ҡая-ташлы зона. “Әсебар” урмансылығында ирекмән Венер Яубаҫаровтың, Регина Юлмөхәмәтованың егет-ҡыҙҙары ҙур ярҙам булды. Урындағы халыҡ ярҙамлашмаһа, уттың алдына сығыуы ҡыйын булыр ине. Бөрйән халҡына рәхмәт! Мәҫәлән, урман хужалығы тракторсыһы Юлай Илдар улы Бейембәтовҡа рәхмәтем айырым – ул шулай, көн тимәй, төн тимәй, фиҙакәр эшләмәһә, белмәйем, ул утты туҡтатып булыр инеме икән? Афарин егет! Әтек яғында 37 кеше һәм бер урмансы янғынға ҡаршы аяуһыҙ көрәште”.
Эйе, район ғәҙәттән тыш режимдан сыҡты әлегә. Шөкөр итәйек. “Ҡыҙыл әтәс” ҡабат шашмаһын да, Аллаһ ямғырҙарын ебәрһен инде!
Автор: Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Булат Тимерғәлиев фотолары.