

Һуңғы көндәрҙә Көньяҡ Уралдағы бер нисә районды урман яныу кеүек һәләкәттәр һынаны. Ошоға бәйле ғәҙәттән тыш хәлде тикшереү өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Хәйбулла районына барып ҡайтты. Һуңынан ул социаль селтәрҙәрҙә ошоға бәйле фекерҙәрен уртаҡлашты.
“Был пост техника, янғындар, урмандар түгел, ә кешеләр тураһында. Улар төрлө – урындағылар һәм Башҡортостандың башҡа райондарынан килгәндәр. Йәштәр һәм ҡарттар, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар, чиновниктар һәм эшселәр. Уларҙың бөтәһе лә республиканың көньяғындағы урман һәм яландарға килгән янғындарға ҡаршы көрәшер өсөн берләшкән.
Урман янғындарының күпселеге хәүефһеҙләндерелгән, тик ут тәбиғи сәбәптәр, шулай уҡ һаҡһыҙ эш итеү, ҡайҙалыр хатта махсус үртәүҙәр сәбәпле яңынан килеп сығып тора. Һәм инде икенсе аҙна тәбиғәт стихияһы менән көрәшкән был ҡаһарман кешеләргә рәхмәт әйтәм һәм ихтирамымды белдерәм. Хәйбулла районында республика штабы үткәрҙем. Бында урман янғындары теркәлгән башҡа райондарҙы ла, ресурстарҙы һәм техниканы йәлеп итәсәкбеҙ. Һәм кешеләрҙе. Алдан һөйләшкәнсә – беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Урман янғындары һәм уларға ҡаршы көрәш саралары тураһында 2-се, 4-се һәм 5-се биттәрҙә уҡырһығыҙ.
Ә. МИНҒӘЛИЕВА.